Бөтә яңылыҡтар
Спорт
5 Август 2021, 20:20

Рәсәй волейболсылары Франция менән уйнаясаҡ

Рәсәй ир-ат волейбол командаһы көслө Бразилия волейболсыларын 3:1 ( 18:25, 25:21, 26:24, 25:23) иҫәбенә еңеп, финалға сыҡты.  

Беҙҙең спортсылар 2012 йылда уҙған уйындарҙа ғына бер тапҡыр Олимпия уйындарының чемпионы була. Һәм унан һуң һәм уға тиклем төп бәйгелә алты тапҡыр ҡатнашһа ла, призерҙар исемлегенә ингәне булмай. Ғөмүмән, Рәсәй волейболсылары башҡа төр халыҡ-ара ярыштарҙа күп тапҡыр еңеүсе булһа ла, Олимпия уйындарында бер уңышынан башҡа, дан ҡаҙанғаны  юҡ. Токиолағы уйындар, беҙҙең волейболсылар өсөн йәнә бер сағыу битен асмаҡсы. Улар төп уйында Франция спортсылары менән алышасаҡ.

Ҡатын-ҡыҙҙар командаһы йәл. Улар ҙа миҙалға лайыҡ ине, әммә шул уҡ Бразилия һылыуҙарына еңелеп, төп бәйгенән төшөп ҡалды. Ә былай беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙар 2000 һәм 2004 йылда уҙған уйындарҙа көмөш миҙал призеры булғайны.

фото: ТАСС. 

Рәсәй волейболсылары Франция менән уйнаясаҡ
Рәсәй волейболсылары Франция менән уйнаясаҡ
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: