Бөтә яңылыҡтар
Спорт
5 Август 2021, 17:00

Бокссылар янына көрәшселәр ҙә ҡушылды

Рәсәй көрәшсеһе Заур Угуев үҙ ауырлыҡ үлсәмендә Индия спортсыһын еңеп, командаға икенсе алтын миҙал килтерҙе.  

Шулай уҡ командалаш иптәше Артур Найфонов үҙ ауырлығында «бронза»ға эйә булды. Ә инде еңел атлетиканан Анжелика Сидорова ҡолға менән һикереүҙә икенсе урын алып, еңел атлетиканан беренсе миҙалды яуланы. Быға тиклем бокссылар Алберт Батырғәзиев - «алтын», Глеб Бакши бронза миҙалға лайыҡланғайны.

Шулай итеп, кисә бер генә «алтын» булһа, бөгөн ике «алтын», бер «көмөш» һәм ике  «бронза»лы булдылар. Дөйөм миҙалдар һаны 58-гә етте, йәғни 16 алтын, 22 көмөш һәм 20 бронза миҙал.

фото: ТАСС. 

Бокссылар янына көрәшселәр ҙә ҡушылды
Бокссылар янына көрәшселәр ҙә ҡушылды
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: