Бөтә яңылыҡтар
Спорт
5 Август 2021, 13:00

15-се «алтын» булды

Рәсәй бокссыһы Алберт Батырғазиев АҠШ спортсыһын еңеп, Рәсәй ҡумтаһына 15-се алтын миҙал килтерҙе.  

57 килограм ауырлыҡ үлсәмендә, беҙҙең спортсы дәғүәсеһен 3:2 иҫәбенә менән отто. Кисә лә беҙҙекеләр бер генә алтын менән ҡәнәғәтләнгәйне. Синхрон йөҙөүҙән, Светлана Ромашина менән Светлана Колисниченко микста беренсе булды. Ромашина тигәндән, ул үҙ карьраһында алты тапҡыр чемпион булып, ул төрҙән донъяла берҙән-бер спортсы булып һанала.

Шулай уҡ бөгөн Рәсәй ир-ат волейбол командаһы Бразилияны 3:1 иҫәбенә еңеп, финалда уйнаясаҡ. Ә бына ҡатын-ҡыҙҙар Бразилия һылыуҙарына отолоп, ярымфиналға сыға алманы. Һыу тубынан да Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙар командаһы АҠШ-ҡа еңелеп, өсөнсө урын өсөн көрәшәсәк.

фото: ТАСС. 

15-се «алтын» булды
15-се «алтын» булды
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: