Бөтә яңылыҡтар
Спорт
3 Август 2021, 08:45

Бәлки, бөгөн «алтын» ялтырар…

Бөгөн Токиола барған Йәйге Олимпия уйындарының 11-се ярыш көнөндә, 11 спорт төрөнән 26 комплект миҙал уйнатыласаҡ.  

Спортсылар бокс, грек-рим көрәше, спорт гимнастикаһы, һыуға трамплиндан һикереү, кәмәлә ишеү, синхрон йөҙөү, ирекле көрәш, ауыр атлетика, велоспорт, ҡаяға менеү, еңел атлетика кеүек төрҙәрҙән көс һынашасаҡтар. Беҙҙең спортсыларҙың миҙалға өмөттәре ҙур. Шулай уҡ уйын төрҙәренән дә хәл иткес мәле етте. Әйтәйек, яңыраҡ Рәсәй волейбол ир-ат командаһы Канаданы өс партияла алдырып, ярымфиналға сыҡты. Уларҙың киләһе дәғүәсеһе, йә Бразилия, йә Япония командаһы буласаҡ. Ҡатын-ҡыҙҙар һыу тубы буйынса Австралия спортсылары менән ярымфиналға сығар өсөн көрәшәсәк.

Кисә Рәсәй спортсылары «алтын»һыҙ, ике «көмөш»  һәм дүрт «бронза»лы булып, дөйөм миҙалдар һанын 50-гә еткергәйне.

Фото: ТАСС. 

Бәлки, бөгөн «алтын» ялтырар…
Бәлки, бөгөн «алтын» ялтырар…
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: