Бөтә яңылыҡтар
Спорт
3 Август 2021, 17:35

13-сө «алтын» булды

Грек-рим көрәше буйынса Рәсәй көрәшсеһе Муса Евлоев, Әрмәнстан атлетын еңеп, Олимпия уйындары чемпионы булды.  

28 йәшлек спортсы быға тиклем ике тапҡыр донъя беренселеге еңеүсеһе булғайны. Шулай уҡ бөгөн спорт гимнастикаһынан Никита Нагорный перекладина төрөндә өсөнсө урын яуланы. Ә бына 110 метр араға барьер аша йүгереүсе, билдәле  Сергей Шубенков, күнекмәләр ваҡытында йәрәхәт алып, стартҡа сыға алманы. Уйын төрөнән, Рәсәй ҡатын-ҡыҙ йыйылма командаһы һыу тубы буйынса Австралия спортсыларын 9:8 иҫәбенә отоп, ярымфиналға сыҡты.

Фото: ТАСС. 

13-сө «алтын» булды
13-сө «алтын» булды
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: