Бөтә яңылыҡтар
Спорт
2 Август 2021, 14:00

Йәнә, көмөш миҙал…

Мылтыҡтан 50 метр алыҫлыҡта өс позициянан атыу буйынса Сергей Каменский, Ҡытай спортсыһынан 1,8 баллға ғына ҡалышып, ҡумтаға сираттағы көмөш миҙал килтерҙе.  

Быға тиклем Каменский, Юлия Кәримова менән, микста Олимпия уйындарының бронза миҙалын яулағайнылар. Уйын төрҙәренән, Рәсәй ҡатын-ҡыҙ волейбол командаһы  Төркиә спортсыларына һуңғы төркөм осрашыуында  отолоп, сирекфиналға сыҡты. Гандболсы ҡатын-ҡыҙҙар иһә, испанкаларҙы еңеп, сирекфиналда уйнаясаҡ.

Шулай итеп, Рәсәй спортсылары «көмөш»өн 20-гә еткерҙе.

Фото: ТАСС.

Йәнә, көмөш миҙал…
Йәнә, көмөш миҙал…
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: