Бөтә яңылыҡтар
Спорт
2 Август 2021, 16:00

Әлегә «алтын»һыҙ…

Спорт гимнастикаһының терәлеп һикереү төрөнән Денис Аблязин  еңеүсе менән бер үк балл йыйып, һөҙөмтәлә көмөш миҙал менән бүләкләнде.  

Шулай уҡ ҡатын-ҡыҙҙарҙан Анастасия Мельникова ирекле гимнастика шөғөлөнән өсөнсө булып танылды. Анастасия Войнова менән Дарья Шмелева велоспортың команда спринты ярышынан бронза миҙал менән бүләкләнде.

Быға тиклем, 50 метр алыҫлыҡта өс позициянан атыу буйынса Сергей Каменский, Ҡытай спортсыһынан 1,8 баллға ғына ҡалышып, командаға көмөш миҙал килтергәйне.

Шулай итеп, бөгөнгә Рәсәй спортсылары ике «көмөш»  һәм ике «бронза»лы булды.

Фото: ТАСС.

Әлегә «алтын»һыҙ…
Әлегә «алтын»һыҙ…
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: