Бөтә яңылыҡтар
Спорт
2 Август 2021, 08:10

Экваторҙы ла үтеп китте…

Токиолағы Йәйге Олимпия уйындары башланыуға күп тә уҙманы кеүек, ә ул үҙенең экваторын үтеп тә китеп бара.  

Бөгөн унынсы ярыш көнөндә, 22 комплект миҙал уйнатыласаҡ. Рәсәй спортсылары был юлы ла бер нисә  миҙалға өмөт итә. Әле үк кәмәлә ишкәк менән ишеү буйынса төрлө төрҙәрендә ярыштар башланды. Беҙҙекеләр ул төрҙән миҙаллы булғайнылар инде. Бәлки, бөгөн дә призерҙар исемлегенә инерҙәр… Гимнастар йәнә ярышҡа сығып, һәр төр снарядта, миҙал уйнатасаҡ. Трамлиндан һыуға һикереүселәр шәхси беренселектә көс һынашһа, еңел атлеттар һәм дә мылтыҡтан атыусылар ҙа стартҡа сыға. Уйын төрҙәренән волейболсылар, гандболсылар, футболсылар һәм пляж волейболсылары турнирын дауам итәсәк.

Әлегә Рәсәй атлеттары 12 алтын, 19 көмөш һәм 13 бронза миҙал яулап, командалар араһында бишенсе урында тора. Юғарыла – Ҡытай (24 алтын, 14 көмөш, 13 бронза). Икенсе – АҠШ (20 алтын, 23 көмөш, 16 бронза). Япондар – өсөнсө (17 алтын, 5 көмөш, 9 бронза).

Фото: ТАСС. 

Экваторҙы ла үтеп китте…
Экваторҙы ла үтеп китте…
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: