Бөтә яңылыҡтар
Спорт
1 Август 2021, 09:50

ЦСКА, «Динамо» һәм «Локомотив»…

Кисә «Өфө» футболсылары Рәсәй Премьер-лига беренселегенең икенсе турында «Динамо» командаһын ҡабул итте.  

Осрашыу барышында хужалар, ҡунаҡтарға 0:2 иҫәбенә еңелә килеп, беҙҙең уйынсылар алты минут эсендә иҫәпте тигеҙләүгә өлгәшә, әммә төп ваҡыттың һуңғы минутында, Мәскәү клубы еңеүҙе барыбер ҙә тартып ала. Шуныһы ҡыҙыҡ: тәүге ике голды ла ҡунаҡтар, «Өфө»нөң бер үк футболсыһы ҡағиҙәне боҙоуы арҡаһында тәғәйенләнгән пенальтиҙан индерәләр. Ә инде хужаларҙың ике яуап голын да, алмашҡа сыҡҡан Гамид Алагаров индерә.

Шулай итеп, әлегә «Өфө»ләр ике бәйгенән һуң, 0 мәрәй менән турнир таблицаһының аҫҡы өлөшөн биләй.

Киләһе осрашыуҙа улар йәнә һынау тотасаҡ. Өфөгә ҡунаҡҡа «Локомотив» киләсәк.

Фото: ТАСС. 

ЦСКА, «Динамо» һәм «Локомотив»…
ЦСКА, «Динамо» һәм «Локомотив»…
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: