Бөтә яңылыҡтар
Спорт
1 Август 2021, 15:20

Әлегә бер көмөш һәм ике бронза миҙал

Рәсәй спортсылары бөгөнгө көнгә бер көмөш һәм ике бронза миҙал яулап, ҡумтаһын өс миҙалға байыта төштө.  

Рәсәй тенниссыһы Карен Хачанов финалда Германия спортсыһы Андрей Рублевҡа еңелеп,  көмөш миҙал призеры булды. Боксстан Имам Хатаев үҙ ауырлыҡ категорияһында өсөнсө булғас, Андрей Замковой ҙа үҙ категорияһында бронза миҙал менән лайыҡланды.

Әлеге ваҡытта Олимпия уйындарының «алтын»ына Рәсәй тенниссылары парлы ярышта көс һынаша.

Уйын төрөнән Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙары һыу тубынан төркөм осрашыуында япондарҙы 20:16 иҫәбенә еңеп. сирекфиналда Австралия командаһы менән уйнаясаҡ. 

Фото: ТАСС. 

Әлегә бер көмөш һәм ике бронза миҙал
Әлегә бер көмөш һәм ике бронза миҙал
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: