Бөтә яңылыҡтар
Спорт
1 Август 2021, 11:10

Фехтованиенан йәнә бер миҙал көтөлә

Фехтованияның рапира төрөндә, Рәсәй ир-ат йыйылма командаһы АҠШ спортсыларын 45:41 иҫәбенә отоп, финалда француздар менән алышасаҡ.  

Рәсәй Олимпия командаһы составында, Башҡортостандан Тимур Сафин да үҙ өлөшөн индерҙе. Ул 2016 йылда уҙған уйындарҙа ла команда беренселегендә Олимпия уйындары чемпионы булғайны. Ғөмүмән, Токиолағы уйындар беҙҙең фехтовальщиктар өсөн бик уңышлы булмаҡсы. Улар әле үк, өс алтын, өс көмөш һәм бер бронза миҙал яулап, ошо төрҙән алдынғылыҡты бирмәне.

Фото: ТАСС. 

Фехтованиенан йәнә бер миҙал көтөлә
Фехтованиенан йәнә бер миҙал көтөлә
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: