Бөтә яңылыҡтар
Спорт
1 Август 2021, 09:35

«Бронза»нан башланылар…

Олимпия уйындарының туғыҙынсы ярыш көнөндә 29 комплект миҙал уйнатыласаҡ.  

Был юлы Рәсәй йыйылма командаһы бер-нисәүһенә өмөт итәсәк. Теннистан ғына улар өс миҙал аласаҡ, сөнки ҡатнаш парлы ярышта Веснина һәм Карацев командалаш иптәштәре Павлюченкова менән Рублевҡа ҡаршы  Олимпия «алтын»ы өсөн көрәшһә, шәхси беренселектә Хачанов финалда уйнаясаҡ. Шулай уҡ гимнастарға ла өмөт бар. Бөгөн һыуҙа йөҙөүҙән һуңғы миҙалдар уйнатыласаҡ. Яңыраҡ ир-ат эстафета командаһы финишта дүртенсе генә булып, миҙалһыҙ ҡалдылар. Шулай ҙа бөгөн Рәсәй ҡумтаһы бер  миҙалға байыны. Бокстан Имам Хатаев үҙ ауырлыҡ категорияһында бронза миҙалға эйә булды. Дөйөм миҙалдар һаны буйынса беҙҙең спортсылар Австралияны алға сығарып. бишенсе урынға төшөп торҙо.

Фото: ТАСС. 

«Бронза»нан башланылар…
«Бронза»нан башланылар…
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: