Бөтә яңылыҡтар
Спорт
1 Август 2021, 18:05

«Алтын»ды 12-гә еткерҙеләр

Рәсәй тенниссылары Анастасия Павлюченкова менән Андрей Рублев командалаш иптәштәре Елене Веснина менән Аслан Карацевты еңеп, Олимпия уйындарының чемпионы булды.  

Ғөмүмән, ул йәһәттән, беҙҙең тенниссылар үҙ тарихында дүртенсе «алтын»ға лайыҡланды. Быға тиклем Карен Хачанов шәхси беренселектә, Германия спортсыһы Андрей Зверевҡа еңелеп,  көмөш миҙал призеры булғайны. Шулай уҡ, Рәсәй рапирасылары финалда француздарға отолоп, икенсе урын яуланы. Команда составында, яҡташыбыҙ Тимур Сафин көмөш миҙал яулап, быға тиклем уҙған уйындарҙа яулаған "алтын" янына, "көмөш"өн дә өҫтәне. Гимнастиканан Анастасия Ильянкова ла көмөш миҙал призеры исеменә лайыҡланды.

Шулай итеп, бөгөн беҙҙең спортсылар бер алтын, өс көмөш һәм ике бронза миҙалға эйә булып, 12 алтын. 19 көмөш һәм 13 бронза миҙал менән командалар араһында бишенсе урында килә.

фото: ТАСС. 

«Алтын»ды 12-гә еткерҙеләр
«Алтын»ды 12-гә еткерҙеләр
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: