Бөтә яңылыҡтар
Спорт
31 Июль 2021, 17:45

Һәр төрҙән берәр миҙал…

Бөгөн Рәсәй спортсылары Токиолағы уйындарҙа бер алтын, бер көмөш һәм бер бронза миҙалға эйә булды.  

Фехтованиеның ҡылыс төрөнән беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙар Франция спортсыларын еңеп, команда беренселегендә Олимпия уйындарының чемпион исемен яуланы.

Команда составында Софья Великая, София Позднякова менән Ольга Никитина ҡатнашты. Великая, шәхси беренселектә яулаған «көмөш» янына «алтын»ды өҫтәһә, Позднякова иһә, ике тапҡыр уйындарҙың еңеүсеһе булып танылды. Шулай уҡ мылтыҡтан өс позициянан атыуҙа Юлия Зыкова көмөш миҙал яулаһа, командалаш иптәше Юлия Кәримова өсөнсө булып, «бронза»ға эйә булды.

Әлегә Рәсәй командаһы 11 алтын, 15 көмөш һәм 11 бронза миҙал яулап, командалар араһында дүртенсе баҫҡысты биләй. Юғарыла – Ҡытай (21 алтын, 12 көмөш, 12 бронза миҙал). Икенсе - Япония (17 алтын, 5 көмөш, 8 бронза миҙал).

Фото: ТАСС. 

Һәр төрҙән берәр миҙал…
Һәр төрҙән берәр миҙал…
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: