Бөтә яңылыҡтар
Спорт
28 Июль 2021, 08:25

Маҡсаты – данлыҡлы Гретцкиҙы ҡыуып етеү…

Рәсәйҙең билдәле хоккейсыһы, НХЛ-дың «Вашингтон Кэпиталз» командаһында 2005 йылдан алып уйнаған Александр Овечкин, йәнә клубы менән биш миҙгелгә килешеү төҙөнө.  

35 йәшлек һөжүмсе, йылына 9,5 миллион доллар алып, биш миҙгелдә 47,5 миллион долларға кеҫәһен байытасаҡ. Овечкин клуб тарихында иң мәргән уйынсы булып һанала. Ул командаһы өсөн 1197 уйын уҙғарып, 730 гол индерә һәм 590-нда уға булышлыҡ иткән. НХЛ снайперҙары араһында юғары алтынсы урынды биләп, данлыҡлы Уэйн Гретцкиҙы ҡыуып етер өсөн уға биш миҙгелдә тағы 164 гол индерергә кәрәк.

Фото: ТАСС. 

Маҡсаты – данлыҡлы Гретцкиҙы ҡыуып етеү…
Маҡсаты – данлыҡлы Гретцкиҙы ҡыуып етеү…
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: