Бөтә яңылыҡтар
Спорт
27 Июль 2021, 23:40

Бишенсе ярыш көнө, уңышҡа «һай» һымаҡ тойола…

Олимпия уйындарының бишенсе ярыш көнөндә, 23 комплект миҙал уйнатыласаҡ.  

Унда велоспорт, һыуға трамплиндан һикереү, ауыр атлетика, спорт гимнастикаһы, фехтование, дзюдо, ат спорты, баскетбол 3х3 һәм һыуҙа йөҙөү кеүек спорт төрҙәренән ярышасаҡтар. Рәсәй спортсылары бар төрҙән дә булмаһа ла, бер нисәүһенән миҙалға өмөт итеүе ихтимал. Һанап киткәндә, беҙҙекеләр спорт гимнастикаһынан, һыуға трамплиндан һикереүҙән, бәлки йөҙөүҙән һәм баскетболдан миҙаллы булырҙар.

Әлегә Рәсәй спортсылары ете алтын, ете көмөш һәм дүрт бронза миҙал менән командалар араһында дүртенсе урында килә.

фото: ТАСС. 

Бишенсе ярыш көнө, уңышҡа «һай» һымаҡ тойола…
Бишенсе ярыш көнө, уңышҡа «һай» һымаҡ тойола…
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: