52 йәшлек спортсы, 1988 йылда уҙған Олимпия уйындарында башлап ҡатнаша. Дебют ярышта уҡ пневматик пистолеттан атыуҙа Олимпия уйындары чемпионы була һәм шулай уҡ көмөш миҙал да яулай. 2008 йылда Грузия командаһы составында өсөнсө урын яулап, уйындарҙың бар комплект миҙалына эйә була. Тора-бара күҙе насарая башлағас, операция эшләтә һәм сәпкә күҙәү күҙен алмаштырып та ҡарай әммә өлкәнәйеүә үҙенекен итә һәм спорт ветераны спорттан китеүе хаҡында белдерә. Ул үҙ карьераһында туғыҙ Олимпия уйындарында ҡатнашып, донъялағы ҡатын-ҡыҙҙар араһында үҙенсәлекле рекорд та ҡуя.
Шулай уҡ Үҙбәкстандың легендар гимнасткаһы, 46 йәшлек Оксана Чусовитина ла Токиолағы уйындарҙан һуң, күҙ йәшен йәшермәй, китәсәген еткерҙе. Ул 1992 йылдан алып, һигеҙ уйындарҙа СССР, Германия һәм Үзбәкстан өсөн сығыш яһай.
Фото: ТАСС.