Рәсәй сполртсылары гимнастиканан, фехтованиенан, дзюдонан, тхэквондонан, атыуҙан, һыуға трамплиндан һикереүҙән һәм йөҙөүҙән миҙалға өмөт итә. Шулай уҡ уйын төрҙәренән, баскетбол 3х3, волейбол, һыу тубы буйынса осрашыуҙар үтәсәк. Әлегә беҙҙең олимпийсылар бер алтын, дүрт көмөш һәи ике бронза миҙал яулап, дөйөм командалар араһында алтынсы урынды биләй. Ҡытай атлеттары алты алтын, ике көмөш һәм биш бронза миҙалы менән алдынғылыҡты яулап алды. АҠШ менән уйын хужалары бишәр юғары күрһәткесе менән икенсе-өсөнсө урынды бүлешә.
Фото: ТАСС.