Спорт
25 Июль 2021, 05:30

Яҡташыбыҙ отолдо һәм башҡа яңылыҡтар

Олимпия уйындарының команда спорт төрҙәренә килгәндә, әлегә төркөм сорашыуҙары бара.  

Яҡташыбыҙ отолдо һәм башҡа яңылыҡтар
Яҡташыбыҙ отолдо һәм башҡа яңылыҡтар

Волейболдан Рәсәй ир-ат йыйылма командаһы Аргентинаны еңеп, уңышлы старт алһа, ҡатын-ҡыҙҙар иһә, беренсе төркөм бәйгеһендә Италия волейболсыларына өс партияла отолдо. Уҙған Олимпиада еңеүсеһе, Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙар гандболсылары Бразилия уйынсылары менән 24:24 иҫәбенә таралышты. Уҡ менән йәйәнән атыуҙан команда беренселегендә беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙар Украина командаһын 6:2 иҫәбенә еңеп, сирекфиналда АҠШ менән осрашасаҡ.

Тенниссылар ҙа ең һыҙғанып, ярыштарын башланы. Медведев. Хачанов, Карацев, Александрова һәм Павлюченкова беренсе әйләнеште үттеләр.

Рапиранан Дарья Дериглазова дәғүәсеһен еңеп, сирекфиналға сыҡһа, яҡташыбыҙ, ике тапҡыр донъя чемпионы Аделина Заһиҙуллина иһә, Канада спортсыһына отолоп, ярышты дауам итә алманы.

Фото: ТАСС.

Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас