Спорт
24 Июль 2021, 13:55

Башҡорт егете Европа чемпионы исемен яуланы

Ошо көндәрҙә Татарстанда ГТФ тхэквондо буйынса Европа беренселеге уҙҙы.  

Рәсәй йыйылма командаһы составында сығыш яһаған Башҡортостан спортсыһы Азамат Ураҙғолов йәнә уңышҡа ҡаҙанып, Европа чемпионы исемен яуланы.  Ул 64 килограмм ауырлыҡҡа тиклем башта Ҡаҙағстан вәкилен 2:1 иҫәбенә көскә алдырып, һуңынан чечен спортсыһын еңә һәм финалда Краснодар крайы атлетын 6:1 иҫәбенә ота, һәм Европа чемпионы исемен менән бергә халыҡ-ара спорт мастеры нормативын да үтәй. Ғөмүмән. ул сығыш яһаған «Молот» клубы вәкилдәре алты беренсе, алты икенсе һәм ике өсөнсө урын яулап, Ҡазандан ҙур уңыш менән ҡайта.

Фото: ТАСС. 

Башҡорт егете Европа чемпионы исемен яуланы
Башҡорт егете Европа чемпионы исемен яуланы
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас