Спорт
22 Июль 2021, 12:35

Олимпиада башланыуға бер көн ҡалды

Иртәгә, ниһайәт, Токиола XXXII Йәйге Олимпия уйындарының уты ҡабыҙыла.  

Унда 205 илдең 12 меңгә яҡын атлеты араһында 33 спорт төрөнән 339 комплект миҙал уйнатыласаҡ. Рәсәйҙән 335 спортсы ярышасаҡ. 

Олимпия уты ҡабынмаҫ борон уҡ футбол менән софтбол буйынса команда ярыштары старт алды. Футболдан Франция командаһы беренсе төркөм осрашыуында Мексика уйынсыларына 1:4 иҫәбенә отолһа, Испания футболсылары иһә, Мысыр командаһы менән еңеүсене асыҡлай алманы. Аргентина футболсылары Австралияға 0:2 иҫәбенә еңелде.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, СССР заманынан алып Рәсәй футболсыларының  уйындарҙа көс һынашҡаны юҡ.

Шулай уҡ, үлән хоккей төрөнән дә беҙҙекеләрҙең сығыш яһағаны булмай.Ғөмүмән, команда төрҙәренә килгәндә, Рәсәй атлеттары волейбол (ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙҙар), һыу тубы (ҡатын-ҡыҙҙар), гандбол (ҡатын-ҡыҙҙар), регби-7 (ҡатын-ҡыҙҙар) һәм баскетбол 3х3 (ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙҙар) бәйгеһендә ҡатнашасаҡ.  

Фото: ТАСС. 

Олимпиада башланыуға бер көн ҡалды
Олимпиада башланыуға бер көн ҡалды
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас