+27 °С
Облачно
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
22 Июль , 09:55

Кунц, Карпин һәм Бердыев…

Рәсәй футбол союзы төп командаға баш тренер итеп өс кандидатта туҡталды.  

Улар араһында Германия йәштәр йыйылма командаһында уңышлы эшләп йөрөгән Штефан Кунц, һәм дә беҙҙең белгестәр, Валерий Карпин менән Курбан Бердыев  та бар. Әлбиттә, тәүгеһенең мөмкинлеге ҙурыраҡ тиелә. Сөнки Карпин әлеге эшләп йөрөгән «Ростов» клубынан китмәүен белдерһә, Бердыев иһә,  аныҡ ҡына яуап бирмәгән.

Быға тиклем команданы етәкләгән Станислав Черчесов, Европа беренселегенән һуң отставкаға ебәрелгәйне.

Фото: ТАСС. 

Кунц, Карпин һәм Бердыев…
Автор:Нур Ҡәҙербаев