Белеүегеҙсә, быға тиклем уның баш тренеры булып эшләгән Станислав Черчесовты, Европа чемпионатындағы мәсхәрәнән һуң, алдан отставҡаға ебәргәйнеләр. Рәсәй футбол союзы етәксеһе әйтеүенсә, ул хатта алдан киткәне өсөн тәғәйен булған килеменән дә баш тартҡан имеш… Нисек кенә булмаһын, йылы урын буш тормай тигәндәй, уның урынына күптәрҙе күрергә теләүселәр бар. Хатта, Германия йыйылма командаһын күп йылдар етәкләгән билдәле Йоахим Лёвты ҡоҙаланылар. Әммә, буш һуҙ булды шикелле.
Әлеге ваҡытта Бердыев Мәскәүгә килеп, буласаҡ эше тураһында һөйләшергә килгән тигән хәбәр таралған. Әгәр ысын булһа, уның хаҡта оҙаҡламай беләсәкбеҙ.
63 йәшлек белгес, заманында «Рубин» клубын етәкләп, улар менән 12 йыл эсендә, ике тапҡыр Рәсәй чемпионы була. Шулай уҡ, Рәсәй кубогын һәм суперкубогына лайыҡлана. Унан һуң «Ростов»ты ике миҙгел етәкләй. Ҡабаттан Ҡазанға ҡайтып, ике йыл «Рубин» командаһында «баш» була. Бөгөнгә тиклем Ҡаҙағстанда «Кайрат» клубында кәңәшсе вазифаһын үтәй ине.
Фото: ТАСС.