Спорт
15 Июль 2021, 02:30

Пожарҙан һуң да насос кәрәк…

Хоккей буйынса ЦСКА командаһы ҡапыл ғына баш тренерын отставкаға ебәреп, уның урынына элекке данлыҡлы хоккейсы Сергей Федоровты тәғәйенләне.  

Сәбәбе: уҙған миҙгелдә Игорь Никитин етәкләгән ЦСКА командаһы Гагарин кубогын  яулай алмай, «Авангард» клубына еңелеү тигәндәр. Ҡыҙыҡ. Ә бит унан һуң күпме һыуҙар аҡты. Нишләп еңелгәс, ваҡытында алмаштырмағандар. Пожарҙан һуң да насос кәрәк, икән шул…

 Әлбиттә, күптәр Никитиндың китеүен, төп командаға күсеүенә бәйләй. Тик, әрме клубының президенты әйтеүенсә, был отставка, уҙған миҙгелдәге һөҙөмтәгә бәйле, ти. - Уның менән бер ниндәй ҙә үҙ-ара ғауға булманы. Йыйылдыҡ та, шундай ҡарарға килеп, Сергей Федоровты һайланыҡ. 51 йәшлек белгес, ә ул бер ҙә тренер булып эшләгәне булмай, алдағы миҙгелдә ЦСКА менән яңынан-яңы үрҙәр яуларға нийәтләнә. Ә инде Никитин, әлегә эшһеҙ ҡалды. Моғайын, оҙаҡ тормаҫ, сөнки ундай белгесте яҡын арала берәйһе һәрмәр. Тик әлегә бар клубтар ҙа «баш»лы булып бөткән. Шул КХЛ беренселеге башланғандан һуң ғына тәүге аутсайдер, Никитинға ташланмаҫ, тимә…  

фото: ТАСС. 

Пожарҙан һуң да насос кәрәк…
Пожарҙан һуң да насос кәрәк…
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас