Ҡайһы бер мәғлүмәттәргә таянғанда, һаҡсыға «Салауат Юлаев» етәкселеге ҡыҙыҡһыныу белдәргән тигән хәбәр таралған. Тик улар әлегә аныҡ ҡына уға яуап бирмәгән. Уның «Авангард»тағы эш хаҡы ла йылына 40 миллион һумға тиң.
31 йәшлек хоккейсының Омск командаһы менән тағы бер миҙгелгә килешеүе булһа ла, нишләптер ул, унан китергә булған. Уҙған миҙгелдә, Чудинов даими беренселектә 32 уйын уҙғарып, ике гол индерә һәм алтыһында уға булышлыҡ иткән. Плей-оффта иһә, ике генә осрашыуҙа ҡатнаша.
Фото: ТАСС.