Спорт
13 Июль 2021, 09:05

Дацюктың хоккейҙан киткеһе килмәй

Рәсәй хоккейының тағы бер ветераны, билдәле Павел Дацюк, туған клубы «Автомобилист»ғы киләсәге хаҡында уйланып, оҙаҡламай уйнай-уйнамауын белдерәсәк.  

42 йәшлек һөжүмсе бер мәл НХЛ-ға китеп, «Детройт» составында 15 миҙгел уҙғара һәм улар менән ике тапҡыр Стэнли кубогын яулай. 2016 йылда ҡайтҡас, СКА командаһында өс миҙгел сығыш яһағандан һуң, «Автомобист»ҡа килә. Уҙған миҙгел улар составында 56 осрашыу үткәреп, 13 гол индерә һәм 25-ендә уға булышлыҡ итте.

Быға тиклем 40 йәшлек билдәле Сергей Мозякин сәкәнен һөйәһә, уның йәштәше Данис Зарипов әлегә уйламауын еткерҙе.

Фото: ТАСС. 

Дацюктың хоккейҙан киткеһе килмәй
Дацюктың хоккейҙан киткеһе килмәй
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас