Спорт
12 Июль 2021, 01:50

Италия икенсегә чемпион булды

Англияның данлыҡлы Уэмбли стадионында уҙған футбол буйынса Европа беренселегенең төп бәйгеһендә, майҙан хужалары Италия уйынсыларына пенальти серияһында еңелеп, тарихи битен аса алманы.  

Сөнки Англия футболсылары бер мәл донъя чемпионы булһа ла, ә бына Европа беренселегендә  бер ҙә еңеүсе булғаны юҡ. Улар был юлы алдан уҡ үҙҙәренә ышаныс белдереп, хатта еңгәне өсөн биреләсәк 11 миллион евроһын мәрхәмәтлек фондына күсерәсәге хаҡында белдерергә онотманы.  Ысынлап та, Англия өсөн бар тиерлек уңай мөмкинлектәр бар һымаҡ тойолдо. Берҙән, уйын улар майҙанында уҙҙы. Икенсенән, составы ла дәғүәсеһенә ҡарағанда көслөрәк ине. Аҡса менән иҫәпләгәндә, уларҙың дөйөм хаҡы, итальяндарға ҡарағанда ярты миллиард евроға күберәк тип иҫәпләнеләр. Тик аҡса ғына хәл итмәй икән шул. Беренсе булып иҫәпте майҙан хужалары асһа ла, икенсе осорҙа Италия командаһы иҫәпте тигеҙләүгә өлгәшә. Төп һәм өҫтәмә ваҡыт еңеүсене асыҡлай алмағас,   пенальти серияһында бәхет ҡунаҡтарға йылмая.

Шулай итеп, Италия футболсылары 53 йылдан һуң исемен ҡайтарһа, Англия иһә, беренсе тапҡыр финалға сығып, унда ла  чемпион була алманы.

фото: ТАСС. 

Италия икенсегә чемпион булды
Италия икенсегә чемпион булды
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас