1 сентябрҙә уҙған Гагарин кубогының финалсылары «Авангард» клубы менән ЦСКА уйынсылары осрашып, Асыу кубогын уйнатасаҡ. Ҡалғандар иртәгәһенә бәйгене дауам итә. «Салауат Юлаев» хоккейсылары уйынды ситтә, 3 сентябрҙә Ҡаҙағстан клубы менән башлай. 5-е - «Автомобилист» һәм 7-һе «Металлург» менән осрашҡандан һуң, 9 сентябрҙә «Спартак»ты ҡабул итәсәк.
Дами беренселек киләһе йылдың 1 мартында тамамланасаҡ. Плей-офф уйындары 4 марттан ҡаралған.
Фото: ТАСС.