Спорт
9 Июль 2021, 08:05

Олимпия уйындары көйәрмәнһеҙ уҙасаҡ

Ике аҙнанан Токиола башланасаҡ Йәйге Олимпия уйындары көйәрмәнһеҙ уҙасаҡ тип белдерҙе Япония етәкселеге.  

Олимпия уйындары көйәрмәнһеҙ уҙасаҡ
Олимпия уйындары көйәрмәнһеҙ уҙасаҡ

Сөнки коронавирус пандемияһы һаман да донъяны солғап барғанда, улар һаҡланыу нийәтенән, спорт ярыштарын халыҡһыҙ уҙғарырға булды. Былтыр уҙырға тейеш булған сара, ошо сир арҡаһында быйылға күсерелгәйне. Быйыл да улар кисектермәксе булып, уны үткәрмәҫкә уйлағайны.   Нишләйһең, күптәр өсөн был уйындар, исем өсөн генә булсаҡ. Беҙҙең спортсылар өсөн уңай инде. Сөнки допинг арҡаһында ғәйеплеһе лә ғәйепһеҙе лә бер үк арбаға эләгеп,  флагһыҙ, гимнһыҙ ҡалды һәм ярыштарға ла кисектерелеп кенә алынды.

Фото: ТАСС. 

Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас