Белеүегеҙсә, беҙҙең футболсылар әле барған футбол буйынса Европа чемпионатында мәсхәрәгә ҡалып, үҙ төркөмөнән плей-оффҡа сыға алманы. Улар төркөм осрашыуҙарында финдарҙы ғына көскә 1:0 иҫәбенә еңеп, Бельгияға – 0:3 һәм Дания уйынсыларына 1:4 иҫәбенә отолдо.
Әлегә команда етәкселеге яңы “баш” өҫтөндә баш вата. Ҡайһы бер мәғлүмәттәргә таянғанда, улар Германияны етәкләгән Йоахим Лёв, йә Португалия белгесе Андре Виллаш-Боашты саҡырмаҡсы булып хәбәр таратты. Тик һүҙ дөрөҫ тип бармайҙар. Сөнки улар бик ҡиммәт. Бер билдәле белгес әйтмешләй, тренерҙы алмаштырыу менән, уйнай белгән футболсылар булмағас, ти фәтүә...
Фото: ТАСС.