Спорт
8 Ноября 2019, 09:57

Овечкин Кросбины ҡыуып етте

НХЛ-дың «Вашингтон» клубында сығыш яһаған Рәсәйҙең билдәле һөжүмсеһе Александр Овечкин сираттағы уйында уңышҡа өлгәшеп, мәрәйҙәр һаны буйынса НХЛ хоккейсылары араһында 39-сы урынға сыҡты.


Ул бөтәһе 1233 (671 гол, 562 пас) мәрәй йыйып, билдәле Кросбины ҡыуып китте. Хәҙер уға бөйөк Гретцкины ҡыуып етер өсөн 202 мәрәй ҡалды. Гретцки күптән инде карьераһын тамамлап, ошоғаса мәрәй һаны буйынса НХЛ-да рекордсмен булып тора.
Читайте нас