“Локомотив” футболсылары үҙендә Италияның билдәле “Ювентус” клубын ҡабул итте. Иҫәпте беренсе булып осорҙоң дүртенсе минутында уҡ ҡунаҡтар асһа ла, һигеҙ минут уҙыуға Алексей Миранчуктың сойорғотҡан тубы “Ювентус”тың ҡапҡаһына барып “оялай”. Иҫәп төп ваҡыт тамамланғансы һаҡланды тип әйтер инек, тик судьяның өҫтәгән ваҡыты ҡунаҡтарға еңеү килтерә. Йәл, әлбиттә...
Шулай итеп Роналдуның командаһы ун мәрәй яулап, үҙ төркөмөндә лидер. “Локомотив” футболсылары быға тиклем яулаған өс мәрәйе менән әлегә өсөнсө. Киләһе уйында улар Германияның билдәле “Байер” командаһын ҡабул итәсәк.