Спорт
5 Ноября 2019, 10:07

Сергей Ковалев бирешергә теләмәй

Яңыраҡ Рәсәй бокссыһы Сергей Ковалев WBO версияһы буйынса донъя чемпионы титулынан ҡалып, уны ҡабаттан ҡайтарасағы хаҡында белдерҙе.


36 йәшлек профессиональ бокссы титулын һаҡлап ҡалыр өсөн Мексика атлеты Сауль Альварес менән алышып, 11-cе раундта ауыр нокаутҡа ҡолап отолғайны. Һәм бына әле бирешергә теләмәгәнен белдереп, билбауын ҡайтармаҡсы булды.
Ковалев үҙ карьераһында 39 осрашыу уҙғарып, 34-ендә еңә һәм 29-ын нокаут менән. Дүрт бәйгелә еңелә һәм береһендә еңеүсе асыҡланмай.


Читайте нас