– Һәр ярыш һайын минең өсөн борсолоп, шул уҡ ваҡытта еңеүгә көс, дәрт биреп торған ата-әсәйемә, ғаиләмә, туғандарыма, дуҫтарыма һәм тренерҙарым Илдус Йәғәфәр улы Нәҙершин менән Рәмил Рәил улы Ғәлимовтарға рәхмәтлемен. Уларға һәм барлыҡ “Йәшлек” гәзитен уҡыусыларға Яңы йылдың уңыштар, һаулыҡ-бәхеттәр, именлек һәм еңеүҙәр килтереүен теләйем,– ти ул.
Әйткәндәй, Рушандың Рәсәй чемпионы булыуына иң ҙур бүләкте ҡатыны Гүзәлиә әҙерләгән: күптән түгел йәш ғаиләлә тәүге бәпәйҙәре – малайҙары тыуҙы. Рушан улына үҙенең юлын дауам итер, киләсәктә Рәсәй чемпионы булыр, тигән өмөттәр менән Батыр тигән исем ҡушты.