Спорт
22 Марта 2013, 11:02

«Көрәш – минең өсөн йәшәү рәүеше»

Зөфәр Зәғәфүрән улы Зарипов 1983 йылдың 12 октябрендә Салауат райо­нының Тирмән ауылында тыуған. Көрәш буйынса спорт мастерына кандидат. Башҡортостан беренселеге чемпионы һәм призеры. Рәсәй чемпионаты призеры. Өйләнгән. Малай һәм ҡыҙ үҫтерә.

«Көрәш – минең өсөн йәшәү рәүеше»«Көрәш – минең өсөн йәшәү рәүеше»
«Көрәш – минең өсөн йәшәү рәүеше»

Үҙемә лә ҡыҙыҡ булып китте һәм, көрәшмәһәм дә, һирәк-һаяҡ уларҙың күнекмәләрен күҙәтәм. Футбол уйнаһалар, бергә туп ҡыуалашам. Шул арала Зөфәргә һүҙ ҡушам: «Ниңә көрәш?.. Башҡа төр бөткәйнеме?»
– Көрәш минең өсөн йәшәү рәүешенә әйләнеп бөттө инде. Олатайымдың данлы юлын дауам итергә булдым. Ул заманында бик оҫта көрәшсе булып танылған. Икенсенән, беҙҙең Са­лауат районы элек-электән көслө кө­рәш­селәре менән Баш­ҡортос­танда дан тот­ҡан һәм тота. Өсөн­сө­нән, кө­рәш бит әллә ни сығымдар та­лап итмәй. Тағы килеп физик яҡтан ныҡ булып үҫеү өсөн бик һәйбәт спорт төрө һәм бына хәҙер үҙем көрәш серҙәрен үҫеп килгән быуынға еткерәм.
– Данил, Батыр, ныҡышмалыраҡ күнекмәләр яһағыҙ. Ә һин, Ислам, нишләп ҡарап тораһың? Әйҙә, әйҙә, Дим менән бергә уларҙың артынан ҡалышмай шөғөлләнегеҙ.
– Атаҡ… Зөфәр, араларында бер бигерәк бәләкәс, үҙе сос ҡына малай ҙа йүгереп йөрөгән була. Нисә йәш һуң уға?
– Ә-әә.., улмы ни? Ғимран, һиңә нисә йәш әле?
– Биш…
– Ата-әсәһе секция тураһында ишетеп ҡалған да, шунан ҡыҙыҡ өсөн малайҙарын алып килде. Ә инде уныһы, биш йәштә генә булыуына ҡарамаҫтан, хатта үҙенән өлкәнерәктәрҙән дә сос булып сыҡты. Ихлас йөрөй, ныҡымыш. Киләсәктә көрәшсе булыр, моғайын.
Зөфәр шул арала, һөйләшеүебеҙҙән туҡтап, тәрбиәләнеүселәренә көрәштең элементтарын үҙе эшләп күрһәтергә лә онотманы.
– Шул ваҡытта мин уҡыған Тирмән ауылында секция асылғас, 40-ҡа яҡын үҫмер милли көрәш менән шөғөлләнә башланыҡ. Башта, әлбиттә, бөтәһенә лә ҡыҙыҡ тойолдо. Аҙаҡтан яйлап, төрлө сәбәптәр арҡаһында сафыбыҙ кәмене. Бер ҡарағанда ғына был спорт төрө анһат һымаҡ тойола. Күптәр физик ауырлыҡтарҙы күтәрә алманы. Шулай, көн артынан ай уҙып, бер-ике йыл үтеүгә район кимәлендәге ярыштарға йөрөй башланыҡ. Тәүге уңышым алтынсы синыфта уҡығанда булды. Шунан инде һигеҙенсе синыфта белем алғансы төрлө кимәлдәге бәйгеләрҙә көсөмдө һынап, призлы урындарға сыҡтым. Күп тә үтмәй, райондың зона ярышында юғары уңышҡа өлгәшеп, Башҡортостан беренселегендә ҡатнашыу хоҡуғын яуланым. 1998 йылда булды, ахыры, өсөнсө баҫҡысҡа күтәрелдем.
Күнекмәләр мәлендә тренер менән аралаша торғас, ваҡыттың үткәне лә һиҙелмәй ҡалды.
– Ағай, ағай… Әҙерәк футбол уйнап алайыҡ әле, – тип бала-саға теңкәһенә тейгәс, әйҙәгеҙ һуң, тип, миңә лә туп тибергә ымланы.
Уй, шәп булды… 15 минут туп артынан сабыулауға ҡара тирем саҡ сыҡманы. Балалар ҙа, үҙебеҙ ҙә шат тигәндәй, улар­ҙы өйҙәренә оҙаттыҡ та һүҙебеҙҙе дауам иттек.
– 2000 йылда Башҡортостан чемпионы булғас, киләһе йылына Рәсәй беренселегендә ҡатнашып, финалда еңелдем. Унан һуң инде төрлө кимәлдәге ярыштарҙа призлы урындарҙан ҡалманым.
– Күп тәкәнең башына еткәнһеңдер әле, – тим, йылмайып.
– Әллә ни күп түгел, 18 генә.
– Моғайын, 20-гә тултырырһың ул?
– Әлегә дәртем бар ул былай. Бәлки, ике тиҫтәне лә уҙып кителер. Тик хәҙер ваҡытым юғыраҡ шул шөғөлләнергә. Судья сифатында ярыштарға ла саҡыралар. Яңыраҡ Баймаҡта булдым. Унда ярышҡа 19 райондан килгәйнеләр. ҡатнашыусылар күберәк тә булыр ине, күбеһе үҙ аҡсаһына килгән. Ғөмүмән, финанс йәһәтенән ауырлыҡтар бар. Шуға ла милли көрәш ярыштарында йылдан-йыл ҡатнашыусылар һаны кәмей бара. Балаларға бит стимул кәрәк. Ярай бына мин әле 7 – 11 йәшлек балалар­ға көрәште өйрәтеп йөрөйөм дә ул, тик бер нисә йылдан уларҙың да был шөғөлдән баш тартыуы ихтимал. Араһынан бер-ике көрәшсе сыҡһа ла һәйбәт инде. Ә инде дөйөм алғанда, барыһы ла көрәшсе булһын тигән ниәт юҡ. Иң мөһиме, физик яҡтан көслө булып, тормошта үҙ юлын тапһалар, шунан да юғары баһа булмаҫ. Мин шул принципҡа таянып эшләйем дә инде. Үҫеп килгән быуын – беҙҙең киләсәгебеҙ. Улар халҡыбыҙ өсөн йәшәргә тейеш.
Тағы шуныһы, мин көрәшсе иптәштәрем ярҙамында Шамонин ауылын Өфө райо­нының көрәш үҙәгенә әйләндерергә тигән ниәт менән янып йәшәйем. Шуға күрә алда перспектива бар, тимәк, эшләргә лә эшләргә кәрәк.


Яңыраҡ Рәсәй Федерация­һының Спорт министрлығы ҡайһы бер спорт төрҙәрен таныу буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Һәм бер нисә сығыштан һуң, милли көрәште бөтә Рәсәй спорт төрөнә индереү тураһында ҡарар сығарҙы. Шулай итеп, хәҙер көрәш официаль спорт төрөнә инеп, уның буйынса Рәсәй чемпионаты менән бер рәттән, спортсылар, тренерҙар һәм судьялар спорт исеменә һәм категорияһына эйә буласаҡ.
Нур ҡӘҙЕРБАЕВ.
АВТОР фотоһы.
Читайте нас