Спорт13 Ноябрь 2012, 17:28
Йәшәү – ул алыш
Өфөлә билбаулы көрәш буйынса донъя кубогы уҙҙы Бер нисә ай элек Өфөлә үткән Халыҡ-ара ҡышҡы спорт, туризм һәм әүҙем ял конгресында Тыва Республикаһының йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры урынбаҫары Биче-ол Буян менән танышырға насип булғайны. Төҫ-ҡиәфәте менән бер аҙ башҡортҡа тартым ағай ирекле алыш буйынса халыҡ-ара класлы спорт мастеры, Тыва һәм Рәсәйҙең физик культура һәм спорт отличнигы, 2010 йылда мастер-ветерандар араһында донъя чемпионы булып сыҡты.