Бөтә яңылыҡтар
Спорт
2 Ноябрь 2012, 16:45

Бокс – көслөләр ярышы

Башҡортостан боксcылары асыҡ беренселектә лайыҡлы сығыш яһаныСалауатта «Олимпиясы» спорт-һауыҡтырыу комплексында ҡала хакимиәте башлығы призына бокс буйынса асыҡ беренселек үтте. Дүрт көн буйы барған ярышта еңеү өсөн Өфө, Салауат, Күмертау, Стәрлетамаҡ, Ишембай ҡалаларынан, Силәбе һәм Ырымбур өлкәләренән 17 йәшкә тиклемге спортсылар ҡатнашты.

Бокс – көслөләр ярышы
Бокс – көслөләр ярышы

Башҡортостан боксcылары асыҡ беренселектә лайыҡлы сығыш яһаны
Салауатта «Олимпиясы» спорт-һауыҡтырыу комплексында ҡала хакимиәте башлығы призына бокс буйынса асыҡ беренселек үтте. Дүрт көн буйы барған ярышта еңеү өсөн Өфө, Салауат, Күмертау, Стәрлетамаҡ, Ишембай ҡалаларынан, Силәбе һәм Ырымбур өлкәләренән 17 йәшкә тиклемге спортсылар ҡатнашты.
ҡала хакимиәте башлығы Фәрит Ғилманов әйтеүенсә, бындай турнирҙар киләсәктә йыл да үткәреләсәк. Бәйгегә, спортсыларҙан тыш, тамашасыларҙы ла йәлеп итергә кәрәк. Сөнки буш залда барған ярыштарҙы ҡарап ултырыу бигүк ҡыҙыҡ түгел. Ана бит, беҙҙә Волга буйы федераль округының футбол ярыштары ниндәй юғары кимәлдә үткәйне.
Ярыштың баш судьяһы Рим Бәшәров та турнир тураһында яҡшы фекерҙә. Салауатта юғары кимәлдәге ярыштарҙы үткәреү отошло. Бының өсөн яҡшы урын һайланған, туҡланыу, йәшәү яғы ла уйланылған. Спортсылар ҙа турнирҙа еңеү өсөн аяуһыҙ көрәште. Уларҙың тырышлығы күренеп торҙо.
Әйтергә кәрәк, еңеүселәр, миҙал, бүләктәр­ҙән тыш, спорт мастерына кандидат исемен алыу бәхетенә лә эйә булды.
Йәш булыуына ҡарамаҫтан, спортта еңеү яулауға ҙур өмөт бағлаған Сыңғыҙ Ғүмәров һис шикһеҙ Салауат ҡалаһы, шулай уҡ Башҡортостан тарихы йылъяҙмаһында сағыу эҙ ҡалдырасаҡ. Ул ҡалабыҙҙың 1-се гимназияһында белем ала. Бокс − Сыңғыҙ өсөн ярат­ҡан спорт төрө, һигеҙ йәштән шөғөлләнә. Төрлө кимәлдәге республика ярыштарында байтаҡ награда яулап өлгөргән.
− 30-ға яҡын ярыштың 24-ендә еңеүгә өлгәштем. Спорт һәм уҡыу − минең өсөн бөгөн иң мөһиме. Башта 1-се торлаҡ коммуналь идаралығының спорт залында шөғөлләнһәм, аҙаҡ атайым мине үҙ ҡулы аҫтына алды. Уҡытыусыларыма, тренерҙарыма рәхмәтлемен. Улар ярҙам итмәһә, ошондай бейеклектәргә күтәрелә алмаҫ инем. Бокс буйынса спорт мастеры булырға хыялым бар, − ти Сыңғыҙ.
Көсөргәнешле ярыш һөҙөмтәһендә 49 килограмлыҡ ауырлыҡ категорияһында Рафаэль Бикҡолов (Салауат), Сыңғыҙ Ғүмәров (Салауат, 52 кг), Айнур Ситчанов (Өфө, 56 кг), Айҙар Иҫәнғужин (Салауат, 60 кг), Никита Тюнькин (Магнитогорск, 64 кг), Эрик Һабанбаев (Учалы, 69 кг), Шамил Ғәлимов (Өфө, 75 кг), Роман Хамутников (Стәрлетамаҡ, 81 кг), 91 килограмдан ауырыраҡ категорияла Илнар Бикмырҙин (Стәрлетамаҡ) еңеүгә өлгәште.
...Һүҙ башында бокссыларҙың профессиональ һәләте генә түгел, сәләмәтлеге лә мөһим икәнлегенә ишара яһағайным. Стәрлетамаҡ ҡалаһынан Илнар Бикмырҙин да спортты юҡҡа ғына үҙ итмәгән. Илнарҙың ихтыяр көсө, маҡсатҡа ынтылышы спортта ла, уҡыуҙа ла уңышҡа өлгәшергә мөмкинлек бирә. Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух, тип юҡҡа ғына әйтмәй халыҡ. Фекерҙе йомғаҡлап, шуны өҫтәр инем: спортты үҙ иткән, әрме һынауын үткән егеткә, хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, лайыҡлы эш табыуы ла ауыр булмаҫ. Ысынлап та, йәшлек менән спорт дуҫ булһа, сәләмәтлегеңде генә нығытып ҡалмайһың, киләсәгең дә ышаныслы буласаҡ. Алда − яңы ярыштар. ҡыйынлыҡтар көслөләр алдында ғына баш эйә.

Гөлнора ЙӘМИЛЕВА.
Автор фотоһы.

Читайте нас: