Бөтә яңылыҡтар
Спорт
12 Октябрь 2012, 14:28

Республика Халыҡ-ара балалар уйындарын үткәреүгә әҙер

9 октябрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Халыҡ-ара балалар уйындары комитетының генераль секретары Ричард Смит менән осрашты. Республика етәксеһенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, ул Өфөгә 2013 йылда спорт ярыштары үткәреләсәк спорт объекттарын ҡарарға килгән.

Осрашыуҙа Президент ярышҡа әҙерлек буйынса барлыҡ мәсьәләләрҙең дә тулы кимәлдә үтәлеүен белдерҙе.
– Халыҡ-ара балалар уйындарын үткәреүгә республика етди финанс һәм ойоштороу ресурстарын йүнәлтте, яҡын арала ярыштарҙы ойоштороуға әҙерлек эштәре тамамланасаҡ, – тине ул.
– Уйындарға әҙерлек эштәренә һеҙҙең етди иғтибарығыҙ республиканың был ярыштарҙың Башҡор­тос­танда ойошторолоуына ҙур ҡыҙыҡһыныу белдереүен күрһәтә, – тине Ричард Смит, Өфө ҡалаһының Халыҡ-ара балалар уйындарына юғары әҙерлеген билдәләп.
Шулай уҡ Халыҡ-ара балалар уйындарының генераль секретары төрлө илдәрҙән 24 ҡаланың уйындарҙа ҡатнашырға теләк белдереүен, тағы ла 20 ҡаланың яҡын арала яуап биреүе көтөлөүен әйтте. Яҡынса күҙаллауҙар буйынса, дөйөм алғанда, уйындарҙа 600 – 700 кеше ҡатнашасаҡ.
Читайте нас: