Бөтә яңылыҡтар
Спорт
5 Октябрь 2012, 17:25

Донъяның йәш спортсыларын ҡаршыларға әҙерләнәбеҙ

Өфө киләһе йылда үтәсәк ҡышҡы халыҡ-ара балалар уйындарына әҙерләнә. Уйындарҙа ҡатнашырға теләүселәр күп – сараны ойоштороу һәм уҙғарыу дирекцияһына көн һайын Рәсәйҙең, донъяның төрлө тарафтарынан шылтыраталар, электрон хаттар ебәрәләр.Әлегә рәсми рәүештә ун илдән, 19 ҡаланан килеүселәр раҫланған, йәнә беҙҙең илдең ете ҡалаһынан, сит илдәрҙең 12 ҡалаһынан теләк белдереүселәр бар.

Өфө киләһе йылда үтәсәк ҡышҡы халыҡ-ара балалар уйындарына әҙерләнә. Уйындарҙа ҡатнашырға теләүселәр күп – сараны ойоштороу һәм уҙғарыу дирекцияһына көн һайын Рәсәйҙең, донъяның төрлө тарафтарынан шылтыраталар, электрон хаттар ебәрәләр.
Әлегә рәсми рәүештә ун илдән, 19 ҡаланан килеүселәр раҫланған, йәнә беҙҙең илдең ете ҡалаһынан, сит илдәрҙең 12 ҡалаһынан теләк белдереүселәр бар.
Ғаризалар биреү сентябрь һуңынаса тип билдәлән­һә лә, уны тағы ике аҙнаға оҙайтҡандар. Һуңғы ҡышҡы халыҡ-ара балалар уйындарында (Канадала үткән) 12 илдән йәш спортсылар ҡатнашҡан. Бөтөнөһө 500-ләп кеше көс һынашҡан.
Башҡортостанға иһә бынан да күберәк спортсы килеүе көтөлә. Уларҙы лайыҡлы ҡаршылау һәм сараны уҙғарыуға етерлек иғтибар бирелә.
Читайте нас: