Бөтә яңылыҡтар
Спорт
28 Сентябрь 2012, 14:57

500 көн ҡалды

Сочи ҡалаһында 2014 йылда үтәсәк ҡышҡы олимпия уйындарына 500 көн ҡалыуҙы Рәсәйҙә 25 сентябрҙә тантаналы билдәләнеләр.Ойоштороусылар күҙаллауынса, спорт саралары илдең ике тиҫтәгә яҡын ҡалаһында үткән. Әйткәндәй, Рәсәй “Сочи – 2014” өсөн бер триллион һум самаһы аҡса тотонасаҡ. Был сумма 2007 – 2014 йылдарҙа үҙләштереүгә иҫәпләнгән. “Олимпиаданы ойоштороу һәм Сочиҙы курорт булараҡ үҫтереү” дәүләт программаһы буйынса 339,9 миллиард һум аҡса тотоноу ҙа баяғы бер триллион һум иҫәбенән.

500 көн ҡалды
500 көн ҡалды

Сочи ҡалаһында 2014 йылда үтәсәк ҡышҡы олимпия уйындарына 500 көн ҡалыуҙы Рәсәйҙә 25 сентябрҙә тантаналы билдәләнеләр.
Ойоштороусылар күҙаллауынса, спорт саралары илдең ике тиҫтәгә яҡын ҡалаһында үткән. Әйткәндәй, Рәсәй “Сочи – 2014” өсөн бер триллион һум самаһы аҡса тотонасаҡ. Был сумма 2007 – 2014 йылдарҙа үҙләштереүгә иҫәпләнгән. “Олимпиаданы ойоштороу һәм Сочиҙы курорт булараҡ үҫтереү” дәүләт программаһы буйынса 339,9 миллиард һум аҡса тотоноу ҙа баяғы бер триллион һум иҫәбенән.
Аҡса түккәнгә күрә спортсыларыбыҙ “алтын”ды күберәк яулай алһа ярай ҙа. Әллә паралимпиясыларҙы ғына ебәрәһе?..

«РИА Новости» сайты мәғлүмәттәре буйынса Айсын АҡБУЛАТОВА
әҙерләне.
Читайте нас: