Бөтә яңылыҡтар
Спорт
10 Июль 2012, 17:44

Ҙур спорт тирәләй

Тренерҙар кәрәкмәй, сит футболсылар кәрәкФутбол буйынса Рәсәй йыйылма командаһының баш тренеры итеп «Манчестер Сити» клубының баш тренеры Роберто Манчиниҙың һайланыуы мөмкин.

Ҙур спорт тирәләй
Ҙур спорт тирәләй
Тренерҙар кәрәкмәй, сит футболсылар кәрәк

Футбол буйынса Рәсәй йыйылма командаһының баш тренеры итеп «Манчестер Сити» клубының баш тренеры Роберто Манчиниҙың һайланыуы мөмкин. Сөнки Рәсәй футбол союзының элекке президенты Сергей Фурсенко отставкаға китер алдынан уның менән ике йылға килешеү төҙөп өлгөргән, имеш. Был документтар уның сейфынан килеп сыҡҡан. Бына һиңә кәрәк булһа, үҙе китһә лә, уттың ҡуҙын һүндермәгән… Тик шуныһы аптырата, ситтәгеләрҙе байытҡансы, үҙебеҙҙекеләргә өҫтөнлөк бирһә ни була?.. Беҙҙекеләр сит ил белгестәре ярҙамында барыбер чемпион була алмай йонсой.

Кличколарға ҡаршы Кинг-Конг ҡына сыҡмаһа…

Был юлы ла Кличколарҙы йыға алманылар. Уҙған ялда бокс буйынса профессионалдар араһында донъя­ның абсолют чемпионы Владимир Кличко сираттағы дәғүәсеһен – АҡШ бәһлеүәне Тони Томпсонды алтынсы раундта ҡолата һуҡты. Был инде Тониҙың Владимирҙан икенсе тапҡыр туҡмалыуы. Тәүгеһендә лә ул нокаутҡа киткәйне. Әле лә, күпме генә тырышып, яңы пландар ҡормаһын, бер үк тырмаға баҫты.
Ә инде Кличко өсөн ошо еңеү карьераһында 58-се булып һанала. 51-ен алдан, йәғни осрашыу бөтмәҫ борон байрам итә.
А. ИШМӨХӘМӘТОВА.
Читайте нас: