Учалы районында Социалистик Хеҙмәт Геройы Рамазан Ниғмәтуллин иҫтәлегенә арналған милли көрәш турниры үтте
Көрәш тиһәләр, һикереп төшәм. Үҙебеҙҙең милли спорт төрөнә һөйөү атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре, чемпиондарҙың атаһы Жәлил Йосоповтан башланды, буғай. Әленән-әле тамағын ҡыра-ҡыра тәмләп көрәш тураһында һөйләгәнендә ауыҙҙы асып тыңлайһың, балаларға ихласлап көрәш серҙәрен өйрәтеүен иҫең китеп ҡарайһың, тәрбиәләнеүселәре майҙанға көрәшергә сыҡһа, донъяңды онотаһың... Жәлил ағай көрәш тиһәң, барыһын да арбай ҙа ҡуя шикелле. Хәйер, бар ғүмерен милли көрәшкә арнаған кеше тап шундай булырға тейештер ҙә инде. ҡалабыҙҙа йыл да ошо ваҡытта старт алған бәйгегә – Социалистик Хеҙмәт Геройы Рамазан Ниғмәтуллин иҫтәлегенә арнап үткәрелгән көрәш буйынса турнирға нигеҙ һалыусы ла ул – яҡташым Жәлил ағай Йосопов. Егерме икенсе тапҡыр уҙғарылды быйыл был турнир. Үкенескә күрә, ҡатнашыусы командалар һаны алтынан артманы, шулай ҙа ярыш көсөргәнешле барҙы.
– Элекке дәүерҙәрҙә был турнир мәҙәниәт йорто сәхнәһендә, шығырым тулы зал алдында өсәр көн бара торғайны, – тип иҫтәлектәре менән бүлеште ошо турнирҙа дүрт тапҡыр еңгән Малик Минһажев. – Һәр ауырлыҡта ун бишәр-ун һигеҙешәр спортсы бил һынашты. Үәт, булған бит заманалар... Иғтибар артып, көрәш яңынан тергеҙелһә, ҡалай шәп булыр ине!
Учалы районының спорт комитеты рәйесе Марсель Йосопов (Жәлил ағайҙың уртансы улы), уның һүҙҙәрен ҡеүәтләгәндәй, ярышты асҡанда, бынан ары милли спорт төрө артҡы планда булмаясаҡ, тине. Ауыҙына бал да май! Ни тиһәң дә, башҡорт райондарында көрәште үҫтермәһәк, уны тағы ҡайҙа күтәрһендәр? Республика балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры Алексей Григорьев та тантанала, элекке йылдарҙағы кеүек гөрләп үтһен был бәйге, «иң-иң»дәр еңеп, исемдәре данланһын, тип һәр спортсыға уңыш теләне. Шундай матур теләктәр, дәртле йыр-көйҙәр менән башланып киткән турнир әүҙем барҙы. Спортсылар келәмдә бер-береһен алмаштыра торҙо, судьялар еңеүселәргә мәрәйҙәр һананы, көйәрмәндәр, ярһыу тауышланып, ярышсыларҙы дәртләндерҙе. Һигеҙ йәшенән көрәш секцияһына йөрөгән Дим Хәйруллин өсөн көйөргә бөтә синыфташтары килгәйне, бына, исмаһам, дуҫлыҡ, тип барыһы ла шуға тел шартлатты. Уҡытыусы, көрәш тарихына арналған китап авторы Алина Әхмәтйәнова ла ситтә ҡала алмаған, атаһы өсөн көйөргә елдереп килеп еткән: «Атайымдың еңеренә ышанам, сөнки ул – булмышы менән еңеүсе». Хәлил ағай, әйткәндәй, ошоғаса еңелеү белмәгән майҙан батыры – һабантуйҙарҙа алған тәкәләре лә, турнирҙарҙа яулаған миҙалдары ла бихисап.
«Мин дә буш ҡул менән ҡайтмаҫҡа тырышырмын», – тигән Сәфәр ауылы егете Марсель Ғәзизов тренер Раян Әхтәмовта өсөнсө генә йыл шөғөлләнә. Өйрәнсек кенә булһа ла, ҡышын Стәрлетамаҡ ҡалаһында үткән ярыштан көмөш миҙал алып ҡайтҡан, үҙҙәрендә Советтар Союзы Геройы Хәкимйән Әхмәтғәлин иҫтәлегенә арнап уҙғарылған бәйгелә еңеүсе исеменә лайыҡ булған. Бына шундай талантлы көрәшселәргә ҡарап һоҡланып, тамаша ҡылып ултырғанда, бер егет яҙатайым йығылып, имгәнде.
– Йә инде, шундай һәйбәт кенә бара ине сара, Хәйбулла районы егете йәрәхәт алды! – тип борсолдо шәфҡәт туташы Гүзәл Абдрафиҡова. – Ярыштарҙа иң ҡыйыны шул инде.
Әйткәндәй, исеме лә, үҙе лә гүзәл ханым – хәрби хәрәкәттәр ветераны. Гвардия прапорщигы Гүзәл Фәнил ҡыҙы Чечен Республикаһында хәрби хеҙмәт юлын үткән. Мейәс ҡалаһында фельдшерға уҡып сыҡҡас, 2001 йылда, армияға ебәреүҙәрен һорап, ғариза яҙып, 42-се гвардия мотоуҡсы дивизияһының 71-се гвардия мотоуҡсы полкына эләккән. Һигеҙ йыл эсендә хәлдәр киҫкенләшкән мәлдә Грузияла ла булырға өлгөргән, бер нисә тапҡыр ут аҫтына ла эләккән шәфҡәт туташының күңеле ҡатмаған икән – көрәш барышын иғтибар менән күҙәтеп, һәр спортсы өсөн көйәләнде. ҡайғырмаҫ ереңдән ҡайғырырһың, ‒ айыуҙай ирҙәр, бер-береһен матҡып тотоп, баш аша келәмгә ырғытһа. ҡосаҡлашҡан килеш дөп итеп барып төшкәндәрендә иҙән һелкенеп китә, тауыштарҙан тәҙрә быялалары сыңлай! ҡайһы бер тәжрибәлерәктәре алышты оҙаҡҡа һуҙмай, кемдең кемлеген күрһәтеп, дәғүәсеһен арҡаһына һала ла ҡуя. Әммә көстәр тигеҙ булған саҡта, бил биреүсе юҡ – айҡалышып оҙаҡ өйрөләләр... Ниһайәт, нервылар бөтөнләй бөттө инде тигәндә, бәйге тамамланды. Үҙҙәренең ауырлыҡтарында иң көслө батырҙар Рәфил Ғәзизов, Дим Хәйруллин, Илдар Садиҡов, Алмас Әсәҙуллин, Хәлил Әхмәтйәнов (Учалы), Айҙар Мәхийәнов (Белорет) булып сыҡты. Көмөш миҙал алыусылар – Илдар Кәримов (Өфө), Рәсүл Мөхәммәтов, Зиннур Ғайсин (Силәбе өлкәһе), Азат Ибраһимов, Александр Шумков, Рәмил Әхмәтйәнов (Учалы). Ә Марсель Ғәзизов, Заһит Шакиров (Учалы), Инсаф Үтәшев, Ирек Күсәков, Мансур Мөхәмәтйәров (Хәйбулла районы), Рим Бикжанов (ҡурған өлкәһе) бронза призерҙар булып танылды. Командалар араһында учалылар – беренсе, Хәйбулла районы – икенсе, Силәбе өлкәһе өсөнсө урынды яуланы.
...Киләһе йыл командалар күберәк булып, алыштар тағы ла ҡыҙыуыраҡ барһын ине ул. Юғиһә, турнирға килмәгән көрәшселәр ниндәй шәп приздарҙан мәхрүм ҡалды.
ҡотлайбыҙ!
Социалистик Хеҙмәт Геройы Рамазан Ниғмәтуллиндың иҫтәлегенә арнап үткәрелгән көрәш буйынса турнир барған мәлдә ҡыуаныслы хәбәр килеп етте: Силәбе өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе, тренер Морис Йосопов Бөтә Рәсәй билбаулы көрәш федерацияһы президенты итеп һайланған. Морис Харис улын ҡотлап, уның был вазифала ла һынатмауына ышанабыҙ.