Бөтә яңылыҡтар
Спорт
5 Июнь 2012, 16:04

Башҡорт егете үҙенең тыуған көнөнә бүләк эшләне

Бокссы Денис Шафиҡовтың еңеүенә барыбыҙ ҙа ышанғайныҡАлдан хәбәр итеүебеҙсә, 31 май­ҙа “Сыңғыҙхан” ҡушаматлы билдәле бокссы, милләттәшебеҙ Денис Шафиҡов Италия бокссыһы, сығышы менән Кубанан булған Брунет Замора менән көс һынашты. Һынашты тигәс тә, улай уҡ ябай түгел ине майҙандағы “һуғыш” хаҡы, ә алышсылар еңелсә ауырлыҡта EBU версияһы буйынса Европа чемпионы исеменә дәғүә итте.

Башҡорт егете үҙенең тыуған көнөнә бүләк эшләне
Башҡорт егете үҙенең тыуған көнөнә бүләк эшләне

Замора ла бирешергә теләмәй, бер нисә тапҡыр уға елле генә эләктерҙе. Бокстың ғәләмәт мауыҡтыр­ғыс, шул уҡ ваҡытта ярайһы ғына ауыр көрәш төрө булыуын иҫәпкә алғанда, көйәрмәндәр­ҙең көсөргәнешле ултырыуын аңларға була. Ә беҙҙекеләр “ауырый” белә. Был юлы ла, энә өҫтөндә ултырғандай, Денисты берсә дәртләндереп, берсә “дауайлап”, ихлас күңелдән көйҙөләр.
Һуң, Башҡортостан ерендә, бихисап яҡташы, милләттәше, спорт һөйөүсе, ғөмүмән, үҙен яҡларға, хупларға килгән шул сама халыҡтың өмөтөн нисек аҡламаһын ти инде Денис! Алыш аҙағына етәрәк ике бокссы ла арыны, әммә беҙҙеке үҙенең ысынлап та оҫта һөнәрмән икәнен раҫланы.
“Дө-өмп!” – һәм Денистың тос йоҙроҡтарынан Замора еңелде! Еңеүҙе Шафиҡов 12 раундта яуланы.
Тамашасылар дәррәү урынынан торҙо. Афарин, Денис! Был еңеүҙе беҙ көттөк һәм ышанысыбыҙ бер генә секундҡа ла юғалманы. Шулай итеп, Европа чемпионы исемен башҡорт егете яуланы. Әйткәндәй, 3 июндә уға 27 йәш тулды. ҡамсат бүрекле, башҡорт еләнен иңдәренә һалған “Сыңғыҙхан” киләсәктә күп рингыны яулар әле. Уңыштар юлдаш булһын уға.

Айсын АҡБУЛАТОВА.
Читайте нас: