Бөтә яңылыҡтар
Спорт
28 Февраль 2012, 15:47

Өфө – Ҡаҙан. Кем кемде?..

Нишләйһең, көтөлмәгәнлеге менән ҡыҙыҡлы ла, көсөргәнешле лә инде плей-офф уйындары. Тәүге стадияла уҡ, КХЛ беренселегенең 1/8 финалында быға тиклем тик улар ғына − Гагарин кубогын тотоп ҡараған әлеге чемпион «Салауат Юлаев» командаһы менән ике тапҡыр уңышҡа өлгәшкән «Аҡ барс» хоккейсылары үҙ-ара сәкәләшәсәк. Бына, исмаһам, финал буласаҡ…

Аптырарлыҡ түгел, ҡасан да булһа барыбер уларға осрашырға кәрәк тә инде. Икенсенән, дәғүәсене һайлап алмайҙар. Ә инде күршеләребеҙ менән беҙ күптән таныш. Улар араһында һәр уйын элек-электән үлемгә тиң. Командаларҙың икеһе лә кубокҡа лайыҡ. Тик береһе плей-офф башланмаҫ борон иң ҡыҙыу көсөргәнешле бәйгене ситтән күҙәтергә мәжбүр буласаҡ.
Уҙған миҙгелдә беҙ күршеләр менән плей-оффтың сирекфиналында осрашҡайныҡ. Унда ла серияны ҡаҙанда башланыҡ. Өфөләр ике уйында ике еңеү яулап, күтәренке кәйеф менән төп приз өсөн көрәште үҙ майҙанында дауам итте. Дүртенсе хәл иткес осрашыу­ҙа ҡунаҡтар беҙгә аяҡ салып, бишенсеһендә батырлыҡтарын ҡабатлай алманы. Ғөмүмән, КХЛ-дың өс миҙгеллек тарихында дәғүәселәр плей-оффта 15 тапҡыр осраша. Етеһендә еңеү өфөләр яғында булһа, һигеҙендә күршеләр еңеүсе тип таныла. Ә бына шайбалар айырмаһында тигеҙлек − 35 – 35. Шулай итеп, яҙҙың тәүге көнө ике команда араһында тарихтың яңы битен асасаҡ. «Салауат Юлаев» хоккейсылары ҡаҙанда ике уйын уҙғарғандан һуң, 4, 5 мартта үҙендә «Аҡ барс»ты ҡабул итәсәк. Уйындар дүрт еңеүгә тиклем барасаҡ. ҡалған парҙарҙа, йәғни көнсығыш конференцияһында даими беренселек еңеүсеһе − «Трактор» командаһы «Югра»ны ҡабул итһә, «Авангард» уйынсылары «Амур»ға ҡаршы һынау тотасаҡ, «Металлург» /Мг./ «Барыҫ» клубы менән сәкәләшәсәк. Көнбайыш конференцияһы:
СКА – ЦСКА
«Торпедо» – «Динамо» /Рига/
«Динамо» /Мәскәү/ –
«Динамо» /Минск/
«Атлант» – «Северсталь».
Н. ТИМЕРОВ.

Читайте нас: