Бөтә яңылыҡтар
Спорт
21 Февраль 2012, 14:58

Һәр береһенең үҙ булмышы

Плей-офф уйындары яҡын­лаш­ҡан һайын командалар, һуңғы вагонға эләгеп ҡалайым тигәндәй, үҙ-ара талашып, һәр мәрәй өсөн мәж килә. Әлеге турҙа ла йылы урынға өмөттәрен юғалтып барған «Спартак» хоккейсылары чемпионат лидеры СКА-ны 4:2 иҫәбенә отоп, көйәрмәндәре күңелендә ышаныс уятты. Быға уларҙан бер баҫҡысҡа юғары килеүсе ЦСКА командаһы ла булышлыҡ итте. Улар үҙ майҙанында беренселек аутсайдеры – «Автомобилист» клубының ҡапҡаһына юл тапмай, һөҙөмтәлә унан 0:2 иҫәбенә еңелде.

Плей-офф уйындары яҡын­лаш­ҡан һайын командалар, һуңғы вагонға эләгеп ҡалайым тигәндәй, үҙ-ара талашып, һәр мәрәй өсөн мәж килә. Әлеге турҙа ла йылы урынға өмөттәрен юғалтып барған «Спартак» хоккейсылары чемпионат лидеры СКА-ны 4:2 иҫәбенә отоп, көйәрмәндәре күңелендә ышаныс уятты. Быға уларҙан бер баҫҡысҡа юғары килеүсе ЦСКА командаһы ла булышлыҡ итте. Улар үҙ майҙанында беренселек аутсайдеры – «Автомобилист» клубының ҡапҡаһына юл тапмай, һөҙөмтәлә унан 0:2 иҫәбенә еңелде. Новокузнецк уйынсылары, моғайын, плей-оффҡа эләкмәҫ. Улар, күпме генә тырышмаһындар, «Авангард»тан 1:4 иҫәбенә отол­до. «Авангард» тигәндән, улар «Салауат Юлаев» хоккейсылары менән үҙ дивизионында беренселек өсөн үҙ-ара көрәшә. Өфөләр ҙә әлеге турҙа «Динамо» (Мәскәү) клубын 2:0 иҫәбенә отоп, быға тиклем булған үҙ-ара осрашыуы өсөн үсен ҡайтарҙы, буғай. Әгәр хәтерләһәгеҙ, юлаевсылар уларҙан 7:3 иҫәбенә еңелеп ҡайтҡайны. Даими беренселек тамамланыуға өс тур алдынан Өфө менән Омск командаларын бары тик бер генә мәрәй айыра. Ә инде дөйөм таблица буйынса СКА-ның еңелеүен «Трактор» командаһы урынлы файҙаланды. Улар «Динамо» (Минск) уйынсыларын 5:3 иҫәбенә отоп, Санкт-Петербург клубын өс мәрәйгә артта ҡалдырып, алға сыҡты. «Динамо» (Рига) «Атлант»ҡа 2:4 иҫәбенә еңелһә, «Лев» клубы «Барыҫ» уйынсыларынан 2:3 иҫәбенә отолдо. «Амур» – «Металлург» (Мг.) – 4:0, «Аҡ барс» – «Торпедо» – 4:3; «Себер» – «Югра» – 0:1.
Венер Сафиндың тәрбиәләнеүселәре даими беренселекте ситтә тамамлаясаҡ. Иртәгә улар «Югра»ға ҡаршы һынау тотһа, йомала дивизион лидерҙары үҙ-ара сәкәләшәcәк. 26 февралдә юлаевсылар Магнитогорскиҙа урындағы «Металлург» менән осрашасаҡ.
Читайте нас: