Бөтә яңылыҡтар
Спорт
21 Февраль 2012, 14:59

Иртә ҡысҡырған кәкүктең...

Британия бокссыһы Дерек Чисора, йоҙроғон төйнәп, бөтә донъяға ағалы-ҡустылы Кличко­ларҙың „йондоҙ”ло көндәре бөтәсәге хаҡында яр һалды. Сикәләне. Төкөрҙө... һөҙөмтәлә үҙе мәсхәрәгә ҡалды. Кличколар сираттағы әтәстең кикереген һындырҙы. Алыш алдынан һәр береһе дәғүәсеһен яманлай, эй туҙына, эй вәғәҙә итә һәм нимә?..

Иртә ҡысҡырған кәкүктең...
Иртә ҡысҡырған кәкүктең...

Британия бокссыһы Дерек Чисора, йоҙроғон төйнәп, бөтә донъяға ағалы-ҡустылы Кличко­ларҙың „йондоҙ”ло көндәре бөтәсәге хаҡында яр һалды. Сикәләне. Төкөрҙө... һөҙөмтәлә үҙе мәсхәрәгә ҡалды. Кличколар сираттағы әтәстең кикереген һындырҙы. Алыш алдынан һәр береһе дәғүәсеһен яманлай, эй туҙына, эй вәғәҙә итә һәм нимә?.. Үҙҙәре ҡолай ҙа ҡуя. Әлегеһе бигерәк тә маҡтансыҡ булып сыҡты. WВС версияһы буйынса профессионалдар араһында донъя чемпионы Виталий Кличко дәғүәсеһе, Британия бокссыһы Дерек Чисораға „дәрес” үткәреп, уны мәрәйҙәр һаны буйынса отто. Әлбиттә, тел менән һәр рәнйе­теүе өсөн Чисораны иҫәнгерәткәнсе ҡолатырға ине лә. Тик, Виталий әйтмешләй, ярыш ваҡытында һул ҡулын ауырттырып, уны тулыһынса файҙалана алмай. Нисек кенә булмаһын, Кличко йәнә еңде һәм билбауын һаҡлап ҡалды.
Читайте нас: