Бөтә яңылыҡтар
Спорт
17 Февраль 2012, 12:38

Тышҡа сығайыҡ, саңғы шыуайыҡ, Йөҙҙәр ал булыр, яҡшы ял булыр

– Юл бир, юл бир!– Шәберәк, шәберәк!– Саңғыңды майламаныңмы әллә?!

Тышҡа сығайыҡ, саңғы шыуайыҡ, Йөҙҙәр ал булыр, яҡшы ял булыр
Тышҡа сығайыҡ, саңғы шыуайыҡ, Йөҙҙәр ал булыр, яҡшы ял булыр

– Был ярыштар республика райондарында саңғы спортының үҫешкән булыуын күрһәтте, – тине ярыштарҙың баш секретары Дамир Дәүләтов. – Хатта төрлө йәш категорияһында дүртәр команда алып килеүсе райондар булды. Ошо иҫәпкә Учалы, Бәләбәй, Белорет, Баҡалы, Ишембай райондары, Меж­горье ҡалаһы инә.
Һуңғы йылдарҙа Баш­ҡортостанда спортҡа, сәләмәт тормошҡа ынтылыш артҡандан-арта. Балалар һәм үҫмерҙәрҙең саңғыға ылығыуы мәктәптәрҙә быға мөмкинлектәр булдырылыуы хаҡында һөйләй. Ата-әсәләр ҙә ул-ҡыҙҙарының саф һауала күберәк йөрөүен теләй. Сынығыуға юл саңғы юлынан башлана, тигән әйтемде лә йыш ҡуллана торғайны өлкәндәр. Әлеге кеүек күп кеше ҡатнашҡан саралар ҡыҙыҡһыныуҙы ла арттыра, сәм дә уята.

Әйткәндәй

Башҡортостан халҡы утыҙынсы тапҡыр үткән “Рәсәй саңғы юлы – 2012” ярыштарынан да ситтә ҡалманы. Көн әллә ни йылы булмаһа ла, күптәр саңғы байрамында ҡатнашыуҙан баш тартманы.
Өфөлә стартҡа ун меңләп кеше сыҡты. Уларҙы яңы тәғәйенләнгән БР йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванюта тәбрикләп, дәртләндереп ебәрҙе. Улай ғына ла түгел, ике урынбаҫары – Руслан Би­кем­бәтов, Руслан Ғиззә­туллин менән бергә саңғыларын кейеп, етәкселәргә тәғәйен 2014 метр арауыҡты шыйлатып үтте.
Райондарҙан да спорт һөйөүселәр тураһында ғорурланып һөйләрлек мәғлүмәттәр бар. Мәҫәлән, Туймазылағы ярыштар­ҙа 2940 кеше ҡатнашҡан, Стәрлетамаҡта – 1500, Октябрьскийҙа – 1000-дән ашыу, Салауатта – 800, Әлшәй районында – 600, Иглинда – 500-ҙән артыҡ. Ғөмүмән, һәр төбәктә ил буйынса уҙған сараны хуплап ҡаршы алғандар. Ойоштороусылар спорт ветерандарының, етәкселәрҙең дә ҙур теләк менән саңғыға баҫыуын билдәләй.
Читайте нас: