Бөтә яңылыҡтар
Спорт
17 Февраль 2012, 16:03

Донъя беренселегенә ышаныс белдерҙе

Рәсәй йыйылма командаһы Евротурҙың өсөнсө этабында уңыш­һыҙ сығыш яһап, ҡайһы бер белгестәрҙә һорау тыуҙырҙы. Швеция хоккейсыларына – 1:4, Чехияға 0:4 иҫәбенә отолоп, улай насар уйнағаны юҡ ине. Әлбиттә, тренер Зинәтулла Биләлетдинов Евротур һайын эксперименталь составҡа баҫым яһап, күберәк йәштәрҙе йәлеп итеп, киләсәк менән йәшәһә лә, белгестәр унан әле үк күпте өмөт итә. Ваҡыт бар, баш тренер әйтеүенсә, буласаҡ донъя беренселегенә тәрбиәләнеүселәренең тулы әҙерлек менән төп приз өсөн көрәшәсәгенә ышаныс белдерҙе.

Шулай итеп, Швед уйындарында Рәсәй йыйылма командаһы, бары тик Финляндия командаһын 2:0 иҫәбенә еңеп, өсөнсө урын яуланы. Дөйөм Евротурҙың өс этабы һөҙөмтәһе буйынса улар 15 мәрәй менән, Швециянан бер мәрәйгә ҡала, икенсе баҫҡыста урынлашты.

* * *
КХЛ чемпионатында булған бер аҙ тәнәфестән һуң, бөгөн «Салауат Юлаев» командаһы даими беренселектең быйылғы миҙгелендәге өйҙәге һуңғы осрашыуын үткәрә. Түбәнге Новгородтың «Торпедо»һын ҡабул иткәндән һуң, йәкшәмбелә Мәскәүҙең «Динамо» хоккейсылары менән сәкәләшәсәк. Плей-офф алдынан ҡалған өс уйынды ситтә уҙғарып, даими беренселекте тамамлаясаҡ.
Н. ТИМЕРОВ.
Читайте нас: