Бөтә яңылыҡтар
Спорт
10 Февраль 2012, 14:38

Көрәшселәргә – келәм

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты сәләмәт тормошто, спортты киң йәйелдереү буйынса ҙур эш алып бара. Бигерәк тә башҡорт милли көрәшен үҫтереүгә булышлыҡ итеү өҫтөнлөклө булып тора. Быға тиклем дә белем биреү учреждениеларына келәмдәр бүләк итеүҙәре хаҡында яҙғайныҡ инде. Уҙған йомала Малаяҙҙа ҡоролтай үткәргән “Сәләмәт тормош өсөн көрәш” акцияһына ярашлы милли көрәш буйынса асыҡ зона турниры үтте. Унда Салауат, Дыуан, Балаҡатай, ҡыйғы, Мәсетле райондары спортсылары көс һынашты.

Көрәшселәргә – келәм
Көрәшселәргә – келәм

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты сәләмәт тормошто, спортты киң йәйелдереү буйынса ҙур эш алып бара. Бигерәк тә башҡорт милли көрәшен үҫтереүгә булышлыҡ итеү өҫтөнлөклө булып тора. Быға тиклем дә белем биреү учреждениеларына келәмдәр бүләк итеүҙәре хаҡында яҙғайныҡ инде.
Уҙған йомала Малаяҙҙа ҡоролтай үткәргән “Сәләмәт тормош өсөн көрәш” акцияһына ярашлы милли көрәш буйынса асыҡ зона турниры үтте. Унда Салауат, Дыуан, Балаҡатай, ҡыйғы, Мәсетле райондары спортсылары көс һынашты.
Турнирҙы асыу тантанаһында район хакимиәте башлығы Ғәли Хәйретдинов, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Марсель Йосоповтың ярҙамсыһы Гөлнур ҡолһарина, “Берҙәм Рәсәй” төбәк партияһы вәкиле Алексей Дербеко һәм башҡалар ҡатнашты.
Турнир алдынан төньяҡ-көнсығыш райондарының 15 мәктәбенә көрәш келәмдәре алыу өсөн сертификаттар тапшырылды. Бындай бәхет райондың Әлкә, Лағыр, Арҡауыл, Тирмән, Мөрсәлим мәктәптәренә тейҙе.
Гөлнур ҡолһарина әйтеүенсә, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты үткәргән был акция сиктәрендә республиканың 50 мәктәбенә көрәш келәмдәре тапшырылған да инде. Тағы ла 100 келәм тапшырыласаҡ. Стәрлетамаҡ, Ишембай көрәшселәре лә тиҙҙән яңы келәмле буласаҡ.

А. ЗИННУРОВА.
Читайте нас: