Бөтә яңылыҡтар
Спорт
10 Февраль 2012, 14:37

Эмблемала – ҡурай менән айыу

VI ҡышҡы халыҡ-ара балалар уйындары эмблемаһы һәм талисманының иң яҡшы проектына конкурсҡа йомғаҡ яһалды. Башҡор­тостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт ми­нис­трлы­ғынан хәбәр итеүҙәренсә, комиссия 28 ҡатнашыусының эшен ҡараған. Йәмғеһе 94 заявка ҡабул ителгән. Стәрлетамаҡ, Күмертау ҡалаларынан, Өфө, Мәсетле, Бөрө, Күгәрсен райондарынан ебәрелгән эштәрҙән тыш, Владивостоктан, Ханты-Манси Автономиялы Округынан ҡабул ителгән материалдар ҙа бәйгелә ҡатнаш­ҡан.

Эмблемала – ҡурай менән айыу
Эмблемала – ҡурай менән айыу

VI ҡышҡы халыҡ-ара балалар уйындары эмблемаһы һәм талисманының иң яҡшы проектына конкурсҡа йомғаҡ яһалды.
Башҡор­тостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт ми­нис­трлы­ғынан хәбәр итеүҙәренсә, комиссия 28 ҡатнашыусының эшен ҡараған. Йәмғеһе 94 заявка ҡабул ителгән.
Стәрлетамаҡ, Күмертау ҡалаларынан, Өфө, Мәсетле, Бөрө, Күгәрсен райондарынан ебәрелгән эштәрҙән тыш, Владивостоктан, Ханты-Манси Автономиялы Округынан ҡабул ителгән материалдар ҙа бәйгелә ҡатнаш­ҡан.
ҡыҙыу фекер алышыуҙан һуң, Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Айрат Тереғолов менән «Симай» студияһы етәксеһе Рим Забаров еңеүселәр тип таныл­ған. Улар уртаһында ҡурай сәскәһе төшөрөлгән йондоҙҙо – эмблема, һоро айыуҙы талисман итеп тәҡдим иткән. Еңеүселәрҙе грамота һәм ҡиммәтле бүләктәр көтә. ҡалған ҡатнашыусылар Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының Рәхмәт хаттарын аласаҡ. VI ҡышҡы халыҡ-ара балалар уйындары эмблемаһы һәм талисманы баннерҙарҙы, сувенирҙарҙы һәм баҫма продукцияны биҙәйәсәк.
Читайте нас: